Яңы йылдың тәүге көнөндә "Салауат" ФСК-һы әүҙемдәр өсөн спорт уйындары ойошторҙо. Иң тәүҙә янғын һүндереүселәр бригадаһы ял итеүселәргә Яңы йыл каникулдары осорона хәүефһеҙлек буклеттары таратты. Балалар һәм ололар өсөн Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу уйындар ойошторҙо, һәр ҡатнашыусыны татлы приз менән һыйланы. ФСК етәкселеге ял итергә килеүселәргә Яңы йыл бүләге әҙерләгән - инеү бушлай булды!