Яңы йыл байрам менән берәүҙәргә – үлем, яҡындарына юғалтыуҙар килтерҙе. Ошо сәбәпле республика ҡотҡарыусылары айырыуса әҙерлек режимына күсерелгән.
Йыл башланып та өлгөрмәне, ут алты кешенең йәнен ҡыйып өлгөрҙө. Республика буйынса Яңы йыл төнөндә дүрт, 1-2 ғинуарҙа тағы ике үлем теркәлгән.
Янғындарға шырпы-маҙар менән һаҡһыҙ мөғәләмә итеү, электр ҡорамалдары һәм мейес менән ҡуллана белмәү йәки сафтан сығыуы килтергән тиҙәр ҡотҡарыусылар. Әлеге ваҡытта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса ҡотҡарыусылары юғары әҙерлек режимына күсерелгән.
Һаҡ булайыҡ, бәлә-ҡазалар урап үтһен барыбыҙҙы ла.