Ханбала күҙен асҡанда эргәһендә бисәһе генә тора ине. Ул тирә-яғын байҡаштырҙы, улы күренмәне. Уҡ-яны ла, ҡалъяһы ла урынында юҡ.
– Ҡайҙа Аҡбала?
– Һин уны эҙләмә, атаһы.
– Нимә тинең?
– Юлда…
– Аңламайым!
– Ул юлда. – Әбейе тамағына торған төйөрҙө йотто. – Улың Ватанын эҙләп китте.
– Ниндәй Ватанды!?.
– Тыныслан, атаһы. Ул һорашты. Мин дә һинең турала белмәйем…
– Белмәйһең, сөнки минең Ватан үткәндә тороп ҡалды.
– Мин генә түгел, улың да белмәй… – Әбейе телен тешләне.
– Әйтеп бөтөр, нимәне белмәй?
– “Ни өсөн: “Халҡыбыҙ хаҡына, туған тел хаҡына!” – тип, күрәләтә үлемгә ҡаршы баралар? Әҙселекте күпселеккә ҡаршы торорға ҡеүәт биргән ниндәй доға һуң ул? Ни өсөн ул ирҙәргә генә түгел, уларҙың ҡыҙҙарына ла баҫҡынсыларға ҡаршы сығырға көс бирә?” – тип һораны. Был һорауҙарға үҙ иле булған кеше яуап бирә ала. Быны бит үҙ ватаны булған кеше генә аңлай…
Ханбаланың тауышы ғыжылдап сыҡты:
– Былар барыһы ла минең үткәндә тороп ҡалды.
– Балабыҙ үткәнде түгел, киләсәкте күрергә теләй. Ул кешеләр араһында үҙ Ватанын эҙләй. Шулай тип әйтергә ҡушты. Мин уны тота алманым. Быуа алманым юлын, атаһы.
Ханбаланың тыны өҙөлгәндәй булды, ҡатыны уға ҡарап торғандан һуң, бер эске шыбырлау менән өҫтәне:
– Уны тоторлоҡ түгел ине…
Ҡарт тышҡа сыҡты, офоҡҡа ҡараш ташланы. Күңеле менән Аҡбаланың йәйләү кешеләре торған яҡҡа киткәнен һиҙенде. Ватаным тип, ошо ерҙе атаймы әллә балаһы?
Аҙаҡҡы яу үткән ерҙән Ханбала балаһына Ватан алып ҡайтҡанын аңланы. Тик Ватанды һаҡлау үтә лә ҡурҡыныс. Ҡурҡыныс Ватанһыҙ ҙа йәшәү…
Ҡарт уңға-һулға, алға-артҡа ҡарап, бер әйләнде. Офоҡтан күҙен алманы. Юҡ, һәр яҡлап уға офоҡ үҙе ҡараны. Баҫып торған ере ҡайҙалыр убылып төшөп киткәндәй булды. Ул, гүйә, һауала эленеп ҡалды. Ханбала йән әсеүе менән иңрәне. Көҙгө тынлыҡта һерәйешеп ҡатҡан үләндәр ҙә, был тауышҡа тетрәнеп, шыбырлашырға керештеләр. Ханбала офоҡҡа ҡарай барҙы ла барҙы…
Таң атыуға ул кире әйләнде.
– Атаһы! Сәсең… сәсең ап-аҡ булған…
Әбейенең әйткәненә ишетмәгәндәй, һораны:
– Ҡайтманымы?
Әбейе моңһоу ғына баш сайҡаны ла үҙе һорау бирҙе:
– Аҙашманымы икән?..
– Ул аҙаша торған бала түгел! – Ханбаланың тауышы өҙөлдө. Ирене дерелдәне. Тәрән тын алғас, үҙе ишетелерлек кенә итеп өҫтәне. – Туған телен, халҡын, тамырын эҙләгән кеше аҙашмай.
– Ҡартым, әйҙә, сәй эсеп ал. Беләһең бит, һинең өсөн сәйем һәр саҡ ҡайнаған…
– Аҙашмау – эҙләгәнде тапты, тигәнде лә аңлатмай!
Шулай ҙа улының әйләнеп ҡайтырына өмөт өҙмәне. Йылы яҡтарға сығып китмәне. Көттө. Аҡбала күренмәне. Ул йәшәгән ике ил сигендә яуҙар, алыштар булып торҙо. Аҡбала күҙгә салынманы. Ата көттө. Көтөү генә түгел, үҙе лә балаһын эҙләне. Тик юлдар киҫешмәне. Ҡасан тап булышырҙар, ҡасан күрешерҙәр? Ни өсөн Аҡбалаһы уның янына ашыҡмай? Бының менән уғланы нимәне аңғартмаҡ үҙ атаһына?
Ваҡыт үтеү менән ҡарт шуны нығыраҡ аңлай барҙы: Аҡбалаһы ата туплаған байлыҡты үҙе тапҡан Ватанына алмаштырмаясаҡ. Йыйған хазинаһы, улъяһы хәҙер Ханбалаға кәрәкмәй ҙә ине инде. Уға улы ғына кәрәк! Бәлки, Аҡбала ҡартатаһының ҡылысына лайыҡлы булғас, ысын батыр булып, шул дәһшәтле ҡоралды ҡулына алғас ҡына әйләнеп ҡайтыр? Шунда, бәлки: “Атай, мин һиңә лә Ватан табыштым!” – тип әйтер?
Ә әлегә Ханбала донъялағы иң ҙур хазинаһын юғалтмаҫҡа – уғланы артынан барырға, ул баҫҡан эҙҙәрҙе табырға, яҙлыҡмаҫҡа һәм тороп ҡалмаҫҡа тейеш.
Ул таңдан тороп тағы юлға йыйынды… Үҙе менән уҡ-янын да алды. Кем белә, бәлки, Аҡбалаһына ҡурҡыныс янайҙыр. Дошман ҡамауында түгелме? Ярҙам кәрәкмәйме? Улын яҡлағанда, эйе, үҙ ватанын һаҡлап көрәшкән улын яҡлағанда, ата күңеле бер ҡасан да икеләнмәйәсәк. Ата ҡулы бер ҡасан да яҙа атмаясаҡ.
(Тамам)