#иҫәптәләһандалабулайыҡ#перепись#ВПН2020 #переписьнаселения #перепись2020#Зианчуринский район
Цифрлы иҫәпкә алыу – өҫтөнлөктә
2020 йылда халыҡ иҫәбен алыу Рәсәйҙә генә түгел, ә территорияһында 3 млрд тирәһе кеше йәшәгән иллеләгән илдә лә уҙасаҡ. Былар бөтәһе лә ун йылға бер тапҡыр үткәрергә тәҡдим иткән БМО-ның Бөтә донъя халыҡ иҫәбен алыу программаһын үтәүе.
Һуңғы ваҡыттарҙа цифрлы иҫәпкә алыу – өҫтөнлөккә эйә. Ҡағыҙ бланкылар урынына электрон планшеттар, сайттар һәм смартфондарҙағы ҡушымталар алмашҡа килә. 2019 йылда БДБ илдәре территорияһында беренсе тапҡыр электрон иҫәпкә алыуҙы Беларусия үткәрҙе, 2020 йылға электрон иҫәпкә алыуҙы Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина һәм, әлбиттә, Рәсәй планлаштырған.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу Чукот һәм Ямал-Ненец автоном округтарының төпкөл райондарында 2020 йылдың апрелендә үк старт ала, бөтә ил буйынса 2020 йылдың 1 октябренән 31-нә тиклем уҙасаҡ.