Эх, күңелле ҡышҡы каникул!
Мәктәптәрҙә - ҡышҡы каникул. Уҡыусыларҙың ҡышҡы ялы күңелле үтһен өсөн урындарҙа төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, Байыш ауыл мәҙәниәт йортонда китапханасы Кинйәбикә Ғүмәрова башланғысында «Эх, күңелле, бик күңелле ҡышҡы каникулда!» тип аталған мауыҡтырғыс сара ойошторолдо. Ҡыҙҙар-малайҙар "Веселые пингвины", " Новогодняя шкатулка","Волшебный посох"", " Подарки Деда Мороза" кеүек конкуртарҙа кинәнеп ҡатнашты. Башланып торған Сысҡан йылында "Бесәй-сысҡан" уйынын да онотманылар. Балалар аҙаҡ татлы бүләктәр алып ҡыуанды.