Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2020, 12:15

Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ярлылыҡты бөтөрөү темаһына ҙур иғтибар бирәсәк

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе тексы буйынса ныҡ эшләй. Беҙ ял иткәндә ул етди темаларҙы барлап, сығыш яһарға әҙерләнә.

Рәсәй Президенты ошо көндәрҙә Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе тексы буйынса ныҡ эшләй. Беҙ ял иткәндә ул етди темаларҙы барлап, сығыш яһарға әҙерләнә. Текст йөкмәткеһе тураһында барыһын да асып һалманы әлегә, шулай ҙа ҡайһы бер проблемаларға ҙур урын бирәсәген аңғартты.
Владимир Путин халыҡтың реаль килеме түбән булыуына бик борсола. Мөрәжәғәтнамәлә шул тема, әлбиттә, күтәреләсәк, проблеманы хәл итеү юлдары күрһәтеләсәк. Эш Президент ҡушыуында ғына тороп ҡалмаһа ярай ҙа.
Ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш башлау хаҡында әллә ҡасандан уҡ белдерелгәйне шикелле. Байҙар тағы байый, ә ярлылар нишләй икән, тип ҡыҙыҡһына халыҡ.
Путин Мөрәжәғәтнамә менән 15 ғинуарҙа сығыш яһаясаҡ.
yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас