Республика балалар клиник дауаханаһы тарафынан Яңы йыл байрамдарындағы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһалды.
Был хаҡта мәғлүмәт республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.
Шулай итеп, 2020 йылдың тәүге аҙнаһында дауаханаға 673 бала мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 186-һы дауаханаға һалынған, 26 ашығыс операция яһалған. Учреждениеның травмпунктына аҙна эсендә төрлө тән йәрәхәттәре менән 312 пациент килгән.
Балаларға ашығыс һәм планлы консультация медицина ярҙамы бүлеге белгестәре 78 кешене ҡабул иткән, ауыр хәлдәгеләргә ярҙам күрһәтеү өсөн республиканың ҡала-райондарына утыҙ тапҡыр командировкаға сыҡҡан.
Ошо һандар ғына ла аҡ халатлыларҙың ҡаһарманлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләй. Яңы йыл иһә медицина хеҙмәткәрҙәренә күберәк ыңғай яңылыҡтар килтерһен ине.