. Шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, берҙәм һанлы контур булдырыу планлаштырыла.
Ошо барлыҡ сараларҙы финанслау өсөн быйыл 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, тип билдәләнә ведомство мәғлүмәттәрендә.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үткәреүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.