Яңы йыл ғаилә уйындары,ғаилә каникулдары фестваленең "Сәләмәт балалар- сәләмәт регион" проектының төп маҡсаты яңы йыл байрамдарында уҡыусыларҙың ялын дөрөҫ ойоштороу,ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау,спорттың һаулыҡты нығытыуға ыңғай тәҫьирен уйындар аша күрһәтеү булғанлыҡтан,Яңыбай урта мәктәбендә каникул осоронда 5-6 - сы синыф уҡыусылары ата- әсәләре менән саҡырылды.
Билдәләнгән ваҡытҡа 5-се синыфтың ата-әсәләре
Айгөл Кадырбекова,Хәлиҙә Байбулатова,Рәсимә Канчурина,Флюра Карачурина,Әлиә Кузяшева,Илфат ,Нурсилә Хужахметовтар, Фаил Хужахметов студент ҡыҙы Рина менән,Рәмзиә Даминева, Гүзәл Тукумбетова
6-сы синыфтың ата- әсәләре Рәйсә Биканова, Әнисә Карачурина,Рәмилә Байбулатова, Рима Садикова, Земфира Кадырбекова,Эльвира Хабибуллина, Филюс һәмЭльвира Муртазиндар , Әлиә Кадырбекова, Миңсара Канчурина,Миңшат Шигапова,Нурания Карачурина саҡырылдылар.
Балалары менән ата- әсәләре шатланып бер нисә эстафета уйындарын уйнанылар,ребустар систеләр,йыр,бейеү конкурстарында ҡатнаштылар.Ғаилә менән уйындарҙа ҡатнашыу һәр кемдә сәм ,ярыш дәрте уятты,дуҫлыҡ ептәрен нығытты.Спорт уйындары һаулыҡты нығыта,донъяға яңыса ҡараш булдыра.Юҡҡа ғынамы ни" Хәрәкәттә- бәрәкәт"- ти халыҡ мәҡәлә.Уйындар аша синыф етәкселәре Элиза Ғәзиз ҡыҙы Байбулатова,Гөлшат Урал ҡыҙы Мавлютова,Нәжиә Муллағол ҡыҙы Хужахметова спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡты нығыта,яңы үрҙәргә ынтылыш бирә,спорт менән ни тиклем иртәрәк шөғөлләнә башлаһаң,организмға ыңғай тәьҫире яҡшыраҡ була икәнен уйындар аша аңлата алдылар.Мәктәптең спорт залы иллеләгән ҡатнашыусының хуплау тауыштарынан гөрләп торҙо.Уйындар тамамланыуға Фәрхәнә Мостафина тәмлекәстәр менән һыйланы,һәр ҡатнашыусы ғаилә грамота алып ҡыуанды.Уйындарҙан алған күтәренке кәйеф киләсәктә уҡыуҙа яңы ынтылыштарға илһам булыр тигән һығымта ла уйын тамамланды.
Гөлзифа Байбулатова.
Яңыбай ауылы