Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 18:20

“Аньхой жибао” исемле ҡытай гәзитендә Башҡортостан тураһында яҙылған

Аньхой провинцияһының «Аньхой жибао» гәзитендә Башҡортостанда медицина туризмының үҙсәнлектәре тураһында мәҡәлә баҫтырылған. “Республика Башкортостан” гәзите журналистары тарафынан әҙерләнгән мәҡәләлә Башҡортостандың ни өсөн ял итеү һәм һаулыҡты нығытыу өсөн Рәсәйҙәге иң яҡшы урын тип табылыуы тураһында бәйән ителә.

Аньхой провинцияһының «Аньхой жибао» гәзитендә Башҡортостанда медицина туризмының үҙсәнлектәре тураһында мәҡәлә баҫтырылған. “Республика Башкортостан” гәзите журналистары тарафынан әҙерләнгән мәҡәләлә Башҡортостандың ни өсөн ял итеү һәм һаулыҡты нығытыу өсөн Рәсәйҙәге иң яҡшы урын тип табылыуы тураһында бәйән ителә. “Янған Тау” шифаханаһың тәбиғи мөмкинлектәре, ҡымыҙ менән дауаланыу, апитерапияның үҙенсәлекле методикаһы – хәҙер былар һәм башҡа күп нәмәләр тураһында Ҡытай халҡы ла белә. Әйтергә кәрәк, 2018 йылдың майында “Республика Башкортостан” һәм “Аньхой жибао” гәзиттәре араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә. Ошо ваҡыт арауығында “Республика Башкортостан” гәзите биттәрендә Ҡытай яңы йылын байрам итеү, аньхой сәйе сорттары һәм башҡа күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр баҫылды.
Үҙ сираттарында “Республика Башкортостан” хәбәрселәре Ҡытай халҡына Башҡортостандың хәҙерге тормошо һәм традициялары, ҡышҡы һәм йәйге туризм, үҙенсәлекле башҡорт балы һәм башҡалар күп нәмәләр тураһында һөйләне. Әле башҡорт кухняһы тураһында материал әҙерләнә – беҙҙең республикала яратып ҡулланылған рецептар ҡытайҙарҙың күңеленә лә хуш килер, моғайын, һәм улар үҙҙәре өсөн экзотик булған кухняның аш-һыуҙарын бешереп тә ҡарар тигән фекерҙә журналистар.
Читайте нас