Новости
11 Января 2020, 11:45

Өфөнән - еңеү менән

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада тамамланды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында барған телһөйәрҙәр бәйгеһендә республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән барлығы 362 уҡыусы ҡатнашты. Өс көн буйына дауам иткән ярышта ҡыҙҙар, егеттәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен, сәсәнлек һәләттәрен һынап ҡараны.

Утыҙ өсөнсө тапҡыр ойошторолған быйылғы төбәк-ара бәйге башҡа йылдарҙан айырылып тора. Ул олимпиада федераль исемлеккә индерелде. Еңеүсе йәки призёр булған сығарылыш синыф уҡыусылары уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ. Республикабыҙ уҡыу йорттары уларға 3-тән 10 балға тиклем өҫтәйәсәк.
Беҙҙең район командаһы ла олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны. Яңыбай мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ҡотошова һөйләй:
- Олимпиадала һынауҙар, ғәҙәттәгесә, өс турҙан торҙо. Уҡытыу йүнәлешенә ҡарап эш төрҙәре лә төрлөсә билдәләнде. Мәҫәлән, уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә уҡыусылар беренсе һәм икенсе турҙарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса викторина һорауҙарына яҙма яуап бирҙе, бирелгән темаларға инша яҙҙы. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр икеһендә лә текст буйынса эш башҡарҙы. Ә бөгөн, өсөнсө көндә, барыһы ла сәсәнлек бәйгеһендә көс һынашты. Башҡорт мәктәптәрендә уҡыусылар үҙҙәренең проект эшен яҡлаһа, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр жюри ағзалары, тиҫтерҙәре менән әңгәмә ҡорҙо.
Йылдағыса көслө команда менән ҡатнаштыҡ. Яңыбайҙан Азалия Күзәшева - еңеүсе.Гүзәл Ермакова призер булды, шулай уҡ Иҙелбәктән Жубатова Рилана, Иҫәнғол 2-се мәктәбенән Завалихина Алина , Кондратьева Эльвина, Абзан мәктәбенән Ҡылысбаев, Иҫәнғол башҡорт гимназия- интернатынан Йылҡыбаева Айзидә һәм Мөхәмәтйәнова Айгүзәл призер булдылар.АФАРИН!
Тулыраҡ гәзиттә яҙырбыҙ.
Читайте нас