+20 °С
Дождь
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
МАХ
Новости
11 Января 2020, 17:00
Сит планетанан?! Әллә ҡышҡы нәжәғәй?
10 ғинуарҙа Күмертау ҡала?ы халҡы күктәге бик ҡыҙыҡлы күренеште фотоға һәм видеоға төшөрөп алған. “Көнсығыш” биҫтәһе өҫтөндәге был ғәжәйеп хәлдең шаһиттары ваҡиға сама менән 19.15 сәғәттә булды тип яҙа улар. Хәбәр социаль селтәрҙәрҙә лә таралған. Һүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡала өҫтөндә бер нисә сағыу яҡтылыҡ бағанаһы барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, халыҡ араһында шунда уҡ “сит планета кешеләре һөжүм башланы” тигән шаяртыу таралған. Күмертауға күк ҡунаҡтары килгән тигән хәбәргә ышанырға теләгәндәрҙең инаныуын тормошҡа айыҡ аҡыл һәм фән киңлегенән ҡарағандар боҙған. Әйтеүҙәренсә, күктә, ғәҙәттә, ҡар бөртөктәре шулай яҡтырып күренә, бигерәк тә ҡала прожекторҙары сағылышында. Бындай күренеш һалҡын көндә була. Ҡыш башынан ҡаты һалҡындар төшкәне юҡ, ә кисә Күмертауҙа кискә табан ярайһы һыуытҡан. Шуға ла ошондай күренеш хасил булған, тип аңлата бәғзеләр. Фото vk.com/kumpo (социаль селтәрҙәге “Подслушано Кумертау” төркөмөнән)
10 ғинуарҙа Күмертау ҡала?ы халҡы күктәге бик ҡыҙыҡлы күренеште фотоға һәм видеоға төшөрөп алған.
“Көнсығыш” биҫтәһе өҫтөндәге был ғәжәйеп хәлдең шаһиттары ваҡиға сама менән 19.15 сәғәттә булды тип яҙа улар. Хәбәр социаль селтәрҙәрҙә лә таралған.
Һүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡала өҫтөндә бер нисә сағыу яҡтылыҡ бағанаһы барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, халыҡ араһында шунда уҡ “сит планета кешеләре һөжүм башланы” тигән шаяртыу таралған.
Күмертауға күк ҡунаҡтары килгән тигән хәбәргә ышанырға теләгәндәрҙең инаныуын тормошҡа айыҡ аҡыл һәм фән киңлегенән ҡарағандар боҙған. Әйтеүҙәренсә, күктә, ғәҙәттә, ҡар бөртөктәре шулай яҡтырып күренә, бигерәк тә ҡала прожекторҙары сағылышында. Бындай күренеш һалҡын көндә була. Ҡыш башынан ҡаты һалҡындар төшкәне юҡ, ә кисә Күмертауҙа кискә табан ярайһы һыуытҡан. Шуға ла ошондай күренеш хасил булған, тип аңлата бәғзеләр.
Фото
vk.com/kumpo
(социаль селтәрҙәге “Подслушано Кумертау” төркөмөнән)
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"