Новости
13 Января 2020, 09:20

Яҡты өмөт-хыялдар менән

Быйыл уҙғанынан яҡшыраҡ булыр, тигән өмөт-ышаныс менән Яңы, Сысҡан йылына аяҡ баҫтыҡ. Ул һәммәбеҙгә лә ыңғай килһен. Ысынлап та, тормоштоң йәме алдағы көнгә өмөттә. Кешене өмөт йәшәтә лә инде. Быйыл да беҙҙең менән бергә ҡалыусы уҡыусыларыбыҙға, гәзитте таратыусы почта хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән штаттан тыш авторҙарыбыҙға айырыуса ҙур рәхмәт. Урындағы хәбәрселәребеҙҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Оҙайлы Яңы йыл каникулы осоронда үҙ ауылдарында булған яңылыҡтар, үткәрелеүсе саралар тураһында төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр заман уңайлығы аша – “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Ейәнсура таңдары” гәзите төркөмөнә яуып ҡына торҙо. “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең район этабы ауылдарҙа гөрләп уҙҙы. “Иҫәптә тороусы имен булмаған ғаиләләрҙең дә спорт ярыштарында ҡатнашыуы – үҙе үк ыңғай күренеш. Бығаса һуҡтырырға яратҡан бер ғаиләнең мәктәптә үтәсәк сараларға юл тотоуын ҡыуанып ҡарап торҙом, – тип хәбәр итә авторҙарыбыҙҙың береһе. – Бер урам булып китеп баралар, балалары атай-әсәйҙәре янында кәзә бәрәстәре кеүек, һикерәңләп, уйнай-шаяра – ошо мәл уларҙың күңелендә илаһи күренеш булып уйылып ҡаласаҡ”.Гәзит менән бәйләнештәрен бер ҡасан да өҙмәгән, әленән-әле уҡымлы мәҡәләләре, ижад емештәре менән ҡыуандырып тороусы ветерандарыбыҙ Мәрйәм Батталова, Юлай Солтанбаев, Марат Түләбаев, Хәйҙәр Аҙнабаев, Аҡсәсәк һәм Таһир Дәүләтбәковтар, Булат Аҡманов, Иҙрис Аҡбутин, Хөрмәт Ғайсин, Нәзирә Кәримова, Зөләйха Сәйфуллина, урта быуын ижадсыларыбыҙ Зәүхиә Ҡәҙербәҡова (Низамиева), Миҙхәт Аҫылбаев, Зифа Ишмырҙина, Фәүзиә Йосопова, Йәмилә Бикбаева, Зәйтүнә Түләбаева, Харис Теләмов, Рәсүл Шәмсетдинов, Земфира Аҡбутина, Зилә Хәйруллина, Гөлзифа Байбулатова, Лилиә Ҡотошова, Нурия Ҡунысбаева һ.б. бөгөн Рәсәй Матбуғаты көнө алдынан оло рәхмәткә лайыҡ. Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: үрҙә телгә алынған төркөмөбөҙҙә лә матур, фәһемле постары менән ҡыуандырып тороусы яңы исемдәр барлыҡҡа килде. Марат Хәлитов, Фәниә Ғәйнуллина (хәйер, уның исеме гәзит уҡыусыларға ла таныш), Айна Иманғолова, Зөлфәр Дәүләтшин – шундайҙар иҫәбендә. “Ейәнсура таңдары” төркөмөндә (https://vk.com/tandari) ойошторолған “Аҙна бәйгеләре”ндә уларҙың төплө яуаптарын кинәнеп уҡыйһың.Беҙҙең ижади коллектив иһә быйыл да гәзит уҡыусыларҙы тағы ла фәһемлерәк, уҡымлы, уйландырыр, фекер төйнәрлек мәҡәләләр, йәнле әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, дауамлы бәйгеләр менән ҡыуандырып тормаҡсы. Яңы йылда ла бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә булһын.2020 – бик иҫтәлекле булмаҡсы: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориада йылы ғына түгел, тарихта беренсе тапҡыр республикала Башҡорт теле йылы булараҡ та үтә. “Беҙ яҙмаһаҡ – кем?” тип, ең һыҙғанып ҡәләмгә тотонайыҡ, белгәндәребеҙҙе бер-беребеҙ менән уртаҡлашайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Беҙҙең һөнәри байрам – һеҙҙең дә байрам ул, хөрмәтле дуҫтар. Һеҙгә һаулыҡ, күңел көрлөгө, ҡот-бәрәкәт, уңыштар теләйбеҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Быйыл уҙғанынан яҡшыраҡ булыр, тигән өмөт-ышаныс менән Яңы, Сысҡан йылына аяҡ баҫтыҡ. Ул һәммәбеҙгә лә ыңғай килһен. Ысынлап та, тормоштоң йәме алдағы көнгә өмөттә. Кешене өмөт йәшәтә лә инде. Быйыл да беҙҙең менән бергә ҡалыусы уҡыусыларыбыҙға, гәзитте таратыусы почта хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең гәзит менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән штаттан тыш авторҙарыбыҙға айырыуса ҙур рәхмәт. Урындағы хәбәрселәребеҙҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Оҙайлы Яңы йыл каникулы осоронда үҙ ауылдарында булған яңылыҡтар, үткәрелеүсе саралар тураһында төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр заман уңайлығы аша – “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Ейәнсура таңдары” гәзите төркөмөнә яуып ҡына торҙо. “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестиваленең район этабы ауылдарҙа гөрләп уҙҙы. “Иҫәптә тороусы имен булмаған ғаиләләрҙең дә спорт ярыштарында ҡатнашыуы – үҙе үк ыңғай күренеш. Бығаса һуҡтырырға яратҡан бер ғаиләнең мәктәптә үтәсәк сараларға юл тотоуын ҡыуанып ҡарап торҙом, – тип хәбәр итә авторҙарыбыҙҙың береһе. – Бер урам булып китеп баралар, балалары атай-әсәйҙәре янында кәзә бәрәстәре кеүек, һикерәңләп, уйнай-шаяра – ошо мәл уларҙың күңелендә илаһи күренеш булып уйылып ҡаласаҡ”.
Гәзит менән бәйләнештәрен бер ҡасан да өҙмәгән, әленән-әле уҡымлы мәҡәләләре, ижад емештәре менән ҡыуандырып тороусы ветерандарыбыҙ Мәрйәм Батталова, Юлай Солтанбаев, Марат Түләбаев, Хәйҙәр Аҙнабаев, Аҡсәсәк һәм Таһир Дәүләтбәковтар, Булат Аҡманов, Иҙрис Аҡбутин, Хөрмәт Ғайсин, Нәзирә Кәримова, Зөләйха Сәйфуллина, урта быуын ижадсыларыбыҙ Зәүхиә Ҡәҙербәҡова (Низамиева), Миҙхәт Аҫылбаев, Зифа Ишмырҙина, Фәүзиә Йосопова, Йәмилә Бикбаева, Зәйтүнә Түләбаева, Харис Теләмов, Рәсүл Шәмсетдинов, Земфира Аҡбутина, Зилә Хәйруллина, Гөлзифа Байбулатова, Лилиә Ҡотошова, Нурия Ҡунысбаева һ.б. бөгөн Рәсәй Матбуғаты көнө алдынан оло рәхмәткә лайыҡ. Йәнә шуныһы ҡыуаныслы: үрҙә телгә алынған төркөмөбөҙҙә лә матур, фәһемле постары менән ҡыуандырып тороусы яңы исемдәр барлыҡҡа килде. Марат Хәлитов, Фәниә Ғәйнуллина (хәйер, уның исеме гәзит уҡыусыларға ла таныш), Айна Иманғолова, Зөлфәр Дәүләтшин – шундайҙар иҫәбендә. “Ейәнсура таңдары” төркөмөндә (https://vk.com/tandari) ойошторолған “Аҙна бәйгеләре”ндә уларҙың төплө яуаптарын кинәнеп уҡыйһың.
Беҙҙең ижади коллектив иһә быйыл да гәзит уҡыусыларҙы тағы ла фәһемлерәк, уҡымлы, уйландырыр, фекер төйнәрлек мәҡәләләр, йәнле әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, дауамлы бәйгеләр менән ҡыуандырып тормаҡсы. Яңы йылда ла бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙам итеп, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә булһын.
2020 – бик иҫтәлекле булмаҡсы: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориада йылы ғына түгел, тарихта беренсе тапҡыр республикала Башҡорт теле йылы булараҡ та үтә. “Беҙ яҙмаһаҡ – кем?” тип, ең һыҙғанып ҡәләмгә тотонайыҡ, белгәндәребеҙҙе бер-беребеҙ менән уртаҡлашайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Беҙҙең һөнәри байрам – һеҙҙең дә байрам ул, хөрмәтле дуҫтар. Һеҙгә һаулыҡ, күңел көрлөгө, ҡот-бәрәкәт, уңыштар теләйбеҙ!