Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 23:28

Башҡортостанда  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына   дәүләт хеҙмәтенең яңы төрө күрһәтеләсәк.

Башҡортостанда  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына   дәүләт хеҙмәтенең яңы төрө күрһәтеләсәк. Хәҙер уларҙың һәр береһенә «шәхси ярҙамсы» беркетеләсәк.  Был хаҡта республика Хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова белдерҙе.

Башҡортостанда  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына   дәүләт хеҙмәтенең яңы төрө күрһәтеләсәк.
Хәҙер уларҙың һәр береһенә «шәхси ярҙамсы» беркетеләсәк.  Был хаҡта республика Хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова белдерҙе: "Әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 69 ветеранға бындай ярҙам талап ителә.
Эйе, республикала   дәүләт хеҙмәтенең яңы төрөн индерергә тәҡдим итәбеҙ. Әлеге ваҡытында уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Бындай хеҙмәт, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшә. Аҙнаһына бер-ике сәғәткә килеп, кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып алып биреп китеү – бер нәмә, көнө буйы янында булып һәм тулыһынса уны ҡарау – бөтөнләй икенсе, – ти Ленара Иванова. – Һүҙ бында ярҙамға мохтаж һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар хаҡында бара".
Читайте нас