Новости
14 Января 2020, 06:40

Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә Путин Рәсәй халҡының килемдәрен арттырыу мәсьәләһен күтәрәсәк

Иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары күҙаллауынса, ул тәү сиратта халыҡтың тормошон, иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Парламентарийҙар шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге хәлгә дәүләт башлығының баһаһын ишетергә ниәтләй.
“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаевтың фекеренсә, Президент Мөрәжәғәтнамәһендә төп иғтибар кеше һәм граждан мәнфәғәттәренә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы күтәреләсәк.
КПРФ лидеры Геннадий Зюганов дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәһенән “ғәмәлдәге хәлгә, һөҙөмтәләргә аныҡ баһа, өр-яңы курс, көслө состав” көтөүе тураһында белдерҙе.
Быға тиклем ТАСС агентлығына биргән интервьюһында Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәлә граждандарҙың килемдәре өлкәһендә торғонлоҡто бөтөрөү, минималь эш хаҡы кимәлендә йәшәүсе кешеләр һанын, ярлылыҡты кәметеү мәсьәләләрен күтәрәсәге тураһында белдергәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас