Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итеү сараһына Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларынан 885 хеҙмәткәр аккредитацияланған.
Мәғлүм булыуынса, Президент Мөрәжәғәтнамә менән бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә “Манеж” үҙәк күргәҙмәләр залында сығыш яһай башлай. Аккредитация үткәндәр исемлегенә хәбәрселәр, операторҙар, фотохәбәрселәр, техниктар һәм киң мәғлүмәт сараларындағы башҡа хеҙмәткәрҙәр ингән. Хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Владимир Путин Кремль хакимиәте чиновниктары һәм вице-премьерҙар менән Мөрәжәғәтте яңғыратыуға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәргән.
Былтыр был сарала 760-тан ашыу журналист ҡатнашҡан.
Президенттың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә төп интрига РФ Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылышлы буласаҡ, тип хәбәр итә үҙәк киң мәғлүмәт саралары.