Табиптар көн һайын банан ашарға кәңәш итә. Ни өсөн? Бының 13 сәбәбе бар икән.
Банан витаминдарға һәм файҙалы матдәләргә бай: тимер, магний, марганец, баҡыр, кальций, калий, натрий, селен, В төркөмө витаминдары, А, С, Е, К витаминдары, бета-каротин һәм башҡалар.
Бананда зарарлы холестерин юк. Был емеш йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡандағы шәкәр кимәлен нормалләштерә, ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеген яҡшырта, үҙәк көйөүҙән ҡотолорға ярҙам итә.
Бананда файҙалы клетчатка күп. Аҙ калориялы емеш, 100 граммында бары тик 89 ккал.
Йоҡоһоҙлоҡто еңергә ярҙам итә. Йоҡларға 1-1,5 сәғәт ҡала банан ашап ҡуйыу файҙалы.
Тормош тонусын күтәрергә ярҙам итә.
Эштә ниҙер ашап ҡуйғы килгәндә иң яхҡшыһы – банан.
Депрессиянан, күңел төшөнкөлөгенән һаҡлай.
Мускул массаһын үҫтерергә теләүселәр өсөн файҙалы.