Эльвира юғалып ҡалмаған, ҡаттар буйлап йүгереп йөрөп, һәр фатирҙың ишегенә шаҡыған һәм кешеләргә тиҙ арала тышҡа сығырға ҡушҡан. Икенсе подъезда ауыр сирле пенсионер йәшәгәнен иҫенә төшөрөп, Эльвира шунда йүнәлгән һәм яңыраҡ операция эшләтеү сәбәпле үҙ аллы йөрөй алмаған инәйгә сығырға ярҙамлашҡан.