Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 16:00

Балаларыбыҙ сит төбәктәр киләсәгенә әүерелмәһен!

Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Был хәҡиҡәт барыһына ла яҡшы таныш. Әммә һуңғы йылдарҙа кире күренешкә шаһитбыҙ. Балалар үҫтерәбеҙ, белем бирәбеҙ һәм... Эйе, улар ҡырға китә. Тыуған ерҙең түгел, ә ҡалаларҙың, хаттаки сит төбәктәрҙең киләсәгенә әйләнә. Саң ҡағырға ваҡыт! Ауылыбыҙ, районыбыҙ артабан да тулы ҡанлы тормошта ҡайнаһын, сәскә атһын өсөн беҙгә йәштәребеҙ, уларҙың районға ҡайтыуы, тыуған ерендә төпләнеүе кәрәк! Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтыңфәнни олимпиадалар һәм конкурстарҙауңышлы сығыш яһап, Ейәнсура данын республика һәм Рәсәй күләменә күтәреүсе уҡыусылар менән осрашыуы ла шул изге маҡсатта ойошторолдо.

Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Был хәҡиҡәт барыһына ла яҡшы таныш. Әммә һуңғы йылдарҙа кире күренешкә шаһитбыҙ. Балалар үҫтерәбеҙ, белем бирәбеҙ һәм... Эйе, улар ҡырға китә. Тыуған ерҙең түгел, ә ҡалаларҙың, хаттаки сит төбәктәрҙең киләсәгенә әйләнә. Саң ҡағырға ваҡыт! Ауылыбыҙ, районыбыҙ артабан да тулы ҡанлы тормошта ҡайнаһын, сәскә атһын өсөн беҙгә йәштәребеҙ, уларҙың районға ҡайтыуы, тыуған ерендә төпләнеүе кәрәк! Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың фәнни олимпиадалар һәм конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, Ейәнсура данын республика һәм Рәсәй күләменә күтәреүсе уҡыусылар менән осрашыуы ла шул изге маҡсатта ойошторолдо.
Район хакимиәте башлығының эш кабинетында, рәсми булмаған һөйләшеүгә иң-иңдәр: химия фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүсе, призер (Екатеринбург, Мәскәү) булған Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Ирек Мәсәлимов; ОБЖ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы (Нальчик) призеры, 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Алина Завалихина;“Тыуған илдең ғорурлығы” Бөтә Рәсәй форумы (Мәскәү) призеры, “Фәндә тәүге аҙымдар” Бөтә Рәсәй конкурсында (Мәскәү) еңеүсе, 2-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Анна Ерофеева; Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә (Мәскәү) еңеүсе, Яңыбай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гөлсибәр Ҡансурина, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе (Өфө) Илмир Ҡылысбаев, “Тере классика” Халыҡ-ара конкурсы (Ырымбур) финалисы, Таҙлар мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Глеб Куканов, Кесе фәндәр академияһының фәнни-практик конференцияһы еңеүсеһе, Мәскәүҙәге Дөйөм Рәсәй шыршыһында ҡатнашыусы, Ишемғол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Розалия Мусина, башҡорт теле буйынса Төбәк-ара олимпиада призерҙары, башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Айзидә Йылҡыбаева (9-сы класс) менән Алтынай Солтанғужина (11-се класс) һәм Иҙелбәк мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Рилана Жубатова саҡырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рилана килә алманы.
Дәмин Марат улы уҡыусыларҙы сәләмләп, уларҙың еңеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, киләсәктә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булыуҙарын теләне. Һәм сараның төп маҡсатына туҡталып: “Бәлки, кемегеҙҙер Мәскәүҙә, йә Санкт-Петербургта белем алыу хаҡында хыялланалыр.Бөгөн юғары белем алыу өсөн мөмкинлектәр киң. Әммә ҡулығыҙға диплом алғас, район һеҙҙе көтөүен онотмаһағыҙ ине! Һеҙ – райондың киләсәге!” – тине.
Артабан һөйләшеү ябыҡ форматта, Дәмин Марат улы һәм уҡыусылар араһында ғына дауам итте. Моғайын, аралашыу йәнле үткәндер, ҡыҙҙар-егеттәр район етәксеһенән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғандыр, тип уйлайым.Был сараның һөҙөмтәһен ваҡыт күрһәтер. Әммә бөгөн шуныһы мәғлүм – йәш быуын менәношондай йәнле аралашыу бик кәрәк.
Читайте нас