Уҡыусыларҙың эштәре секциялар буйынса ҡарала: “Фекер йөрөтөүҙә етеҙлек, һүҙҙә асыҡлыҡ” башҡорт теле, рус теле, тарих фәндәрен үҙ эсенә алған. Башланғыс кластар “Заманса фәнни асыш донъяһы”нда сығыш яһайҙар. “Фәнгә ынтылыш” секцияһында математика, информатика, химия, финанс грамотлылығы предметтары буйынса үҙ эштәрен яҡлайҙар. Ә “Белем нуры”нда биология, экология, география һөйөүселәрҙең эштәре тыңлана.