Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 19:00

Фольклориадаға төрлө илдәрҙән вәкилдәр күп киләсәк

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек башланды. Был ҙур сара республикала 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек башланды. Был ҙур сара республикала 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә Рәсәйҙең тәүге тапҡыр Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеүе, уның барышында республикаға 80-дән ашыу илдән өс меңдән артыҡ артист киләсәге, байрам республика ҡала һәм райондарының 72 майҙансығында барасағы хаҡында әйтелде.
Республика Башлығы ижади әүҙемселәр, ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ майҙандарҙы әҙерләү, хәстәрләү, йәшәү урындарын тәртипкә килтереү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү эштәрен йөкмәтте.
Фольклориадаға әҙерлек барышы тураһында һөйләгән Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәровтың сығышынан мәғлүм булыуынса, сараға әҙерлек 2015 йылдан башланған. 2017 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡтағы тәғәйен Указаға ҡул ҡуйғайны, эш төркөмдәре билдәләнгәйне. Республиканың район һәм ҡалалары һәр береһе үҙ төбәгендә Фольклориаданы ойоштороу буйынса юл карталарын әҙерләй.
Был ҙур сара “Өфө-Арена”ла асыласаҡ. Унда Рәсәйҙең иң көслө фольклор коллективтарының, шул иҫәптән М. Пятницкий исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ хороның сығыш яһауы көтөлә. Фольклориаданы ябыу тантанаһы “Ватан” этнопаркында буласаҡ.
Белешмә.
Беренсе Фольклориада 1996 йылда Нидерландта үткән, унда 51 ил ҡатнашҡан. Был сара 2000 йылда – Японияла, 2004 йылда – Венгрияла, унан һуң Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала уҙғарылған. 2020 йылда беҙҙә уҙасаҡ сарала халыҡ һәм коллективтар һаны буйынса рекорд ҡуйылыуы ла бар.
Читайте нас