Новости
20 Января 2020, 06:20

Владимир Путин Ленинградтың блокаданан сығыуына 77 йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты

Үткән шәмбелә Владимир Путин Санкт-Петербургта эш сәфәре менән булып, Ленинградтың блокаданан сығыуына 77 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған бер нисә иҫтәлекле сарала ҡатнашты.

Үткән шәмбелә Владимир Путин Санкт-Петербургта эш сәфәре менән булып, Ленинградтың блокаданан сығыуына 77 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған бер нисә иҫтәлекле сарала ҡатнашты.
Ил Президенты “Әсә-Тыуған ил” монументына – венок һәм блокада ваҡытында һәләк булған ағаһы ерләнгән Туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды.
Ил етәксеһен Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы Александр Беглов, Рәсәй Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Гуцан, шулай уҡ блокадалы Ленинградта йәшәгән бер нисә кеше, ҡаланы обороналауҙа ҡатнашҡан ветерандар оҙатып йөрөнө.
Артабан Владимир Путин монумент эргәһенә йыйылған халыҡ менән аралашты.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас