Республика тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде
Зөһрә Гордиенко – Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы. Урындағы совет депуттарын яңы етәксе менән Радий Хәбиров таныштырҙы.
Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы Учалы ҡыҙы. Ул ғүмере буйына тиерлек социаль өлкәлә. Һуңғы һигеҙ йылда ул Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләгән.