Новости
21 Января 2020, 14:05

Урамдарға ағас ултыртайыҡ!

"Хәйҙәр ағай Аҙнабаевтың «Фекеремде әйтәм» рубрикаһы аҫтында баҫылған (Х. Аҙнабаев. “Ауылығыҙ матурмы, төҙөкмө” – “Е.Т.”, №4, 14.01. 2020 й.) был мәҡәләһе бик өлгөрөп еткән. Автор ауылдарҙы матурлау мәсьәләһен күтәрә. Ысынлап та..."Яңы Павловка ауылынан Миңзаман Уликановтың мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

Хәйҙәр ағай Аҙнабаевтың «Фекеремде әйтәм» рубрикаһы аҫтында баҫылған (Х. Аҙнабаев. “Ауылығыҙ матурмы, төҙөкмө” – “Е.Т.”, №4, 14.01. 2020 й.) был мәҡәләһе бик өлгөрөп еткән. Автор ауылдарҙы матурлау мәсьәләһен күтәрә. Ысынлап та, хәҙер беҙ йәшәгән ауылдарҙың йөҙө бик тиҙ үҙгәрә, йәштәр заманса материалдар ҡулланып, быуаттар буйы кешегә хеҙмәт итерлек итеп ҙур,матур йорттар төҙөй. Иркенөй, иркен ихаталарҙан торған төҙ Йәштәр урамы – районыбыҙҙың һәр ауылында ла бар. Хәйҙәр ағай яҙғанса, хәҙер өйҙәрҙе йышлап ултыртмайҙар, ә һәр ихатаға 15-әр сутый ер бирелә. Был участка емеш ағастары ултыртыуға ла,икенсе икмәк булған картуф үҫтерергә лә етерлек. Күптәр шулай эшләй ҙә. Ундайҙарҙың ихатаһына барып инһәң – үҙеңде ожмах баҡсаһына эләккәндәй тояһың. Былар – ихатала, ә урамдарҙа ни күрәбеҙ? Барыһына ла мәғлүм, аҙаҡҡы йылдарҙа район үҙәге бик ҙурайҙы, өр-яңы микрорайондар хасил булды. Урамдар – иркен,ә урамды матурлап ағас ултыртыусылар бик һирәк. Миҫалға Күсәков урамын алайыҡ: ниндәй иркен ул, йорттар – матур, ә урам буш. Ә бит урам төҙөлә башлағанға ла егерме йыллап ваҡыт үтеп китте. Хәйҙәр ағай ултыртҡан ҡайындар быға шаһит, ә урамдарҙа ул йәштәге ағастар бөтөнләй юҡ. Элекке замандарҙағы кеүек ауылдарҙа урам тулып кәзә көтөүе йөрөмәй, әйҙә инде, үҙеңә оҡшаған ағасты ултырт та, бер-ике йыл тәрбиәләһәң, яҙ – сәскә еҫкәп, йәй буйы саф һауа һулап йәшә! Бындай күренеш район үҙәгенең бүтән яңы микрорайондарында ла, Яңы Павловка ауылында ла күҙәтелә. Ә бит районыбыҙҙың бәләкәй ауылдарында, хатта мал көтөүе йөрөгәндә лә, һәр йорт алдында яҙ булһа – балан, миләш сәскә атыр ине, унан һуң муйыл, сирен сәскәләре еҫе аңҡып тора торғайны. Ә инде йүкә сәскә атһа, хуш еҫ – бал еҫе бөтә ауылға тарала ине! Быныһы инде беҙҙең өлкән быуындың хәстәре.Өлкәндәр бит, үҙең тураһында иҫтәлек ҡалдырырға теләһәң, йорт төҙө, ағас ултырт, ул үҫтер, тигән. Яңы микрорайондарҙа башлыса йәштәр йәшәй, бәлки өлкәндәрҙең өлгөһө уларға этәргес көс булыр?!
Үткән яҙ ағас ултыртыу акцияһы башланғайны. Ул быйыл да дауам итер, моғайын. Ошо акция осоронда район халҡы үҙе йәшәгән ауылын йәшелләндереү эшенә тотонһа, беҙҙең ауылдар тағы ла матурыраҡ булыр ине. Билдәле, был эш гәзиткә яҙыу менән генә ҡуҙғалып китмәҫ, ауыл депутаттары, ҡор башлыҡтары, старосталар, ағинәйҙәр күтәрелһә, урамдар араһында ярыштар ойошторолһа, халыҡ тиҙ генә ҡушылыр ине. Тағы ла ауылдарҙа мәктәп уҡыусыларын да йәлеп итеп була был эшкә. Район халҡының өстән бер өлөшө хаҡлы ялдағылар икәнен иғтибарға алғанда, был эшкә пенсионерҙар ҙа ихлас ҡушылыр тигән өмөттәмен. Был турала бер ҡисса ла бар бит,элек ул дәреслектәрҙә русса ла, башҡортса ла була торғайны. Бер өлкән ҡарт алмағас ултыртып йөрөй икән. Унан: “Олатай, ни эшләп ултыртаһың ул алмағасты, һин барыбер уның алмаһын ашай алмайһың бит,” – тигәс, теге ҡарт: “Минең был донъяла ейәндәрем ҡала, улар ашар, мине лә иҫкә алыр!” – тип әйткән, ти.
Район үҙәгендә генә ауырыраҡ был эште күтәреп алыу, сөнки унда депутаттарҙың кем икәнен дә белеп булмай,ҡор башлыҡтары, ағинәйҙәр юҡ, халыҡта битарафыраҡ. Шулай ҙа был эште ойоштороу өсөн һәр бер урамдан әүҙем кешеләрҙе билдәләп, шулар ярҙамы менән башлап китергә булыр ине. Бына шундай уйҙар тыуҙы миндә Хәйҙәр ағайҙың мәҡәләһен уҡығас. Уның мәҡәләһен русса гәзиттә баҫып сығарыу ҙа һәйбәт булыр ине, сөнки ошондай көнүҙәк мәсьәләләр бөтә район халҡы өсөн бер.
Читайте нас