Фажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән дипломатик һөйләшеүҙәрҙә үҙен күрһәтеп өлгөргән, башҡорттар өсөн исеме ҡатил һүҙенең синонимына әйләнәсәк суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев бирелә. Экспедицияның бурысы – Башҡортостандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Батша хөкүмәте башҡорттарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә.
Хәҙерге Асҡын районына ҡараған ерҙәрҙә баш күтәреүселәрҙең бер төркөмө (700 кеше) Тевкелев отрядын тау-таш араһында һағалап тороп, ҡыйратырға ниәтләй. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың серен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс ала башлай.
Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан хәҙерге Асҡын районы ерҙәрендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – бер төн эсендә гөрләп торған ауылды көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтүҙ фажиғәһе әле булһа онотолмаған.
Һөйәнтүҙ халҡын ҡот осҡос язалауға дусар итә ул. Меңгә яҡын кешене, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға тип ҡарап тормай, атып, штыктан сәнсеп үлтертә. 105 кешене бер һарай эсенә ҡыуып индереп, тереләй яндыралар. Һөйәнтүҙ ауылын көл-күмергә ҡалдырғандан һуң, Тевкелев артынан ҡанлы эҙ тағы ла әллә күпме саҡрымға һуҙыла әле – уның юлындағы 51 ауыл ер менән тигеҙләнә, ике меңдән ашыу бер ғәйепһеҙ башҡорт ҡорбан була, уларҙың ҡатындары һәм балалары хәрби вазифалыларға таратып бирелә...
Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…