Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2020, 23:30

Эшләүсе пенсионерҙарҙың аҡсаһы арта

Пенсияларҙы индексациялау 2016 йылда туҡтатылғайн.

Рәсәйҙә эшләгән пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялау 2016 йылда туҡтатылғайны. Владимир Путин Конституцияға тәҡдим иткән үҙгәрештәр уларҙың да аҡсаһын башҡаларҙыҡы кеүек үк арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Дәүләт Думаһында төп законға индерелергә тейешле үҙгәрештәрҙе тикшергәндә, киләсәктә индексациялауҙың даими рәүештә башҡараласағы тураһында Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эшсе төркөм рәйестәше Талия Хәбриева белдергән. Уның әйтеүенсә, пенсияларҙы даими индексациялау, шул иҫәптән эшләгән пенсионерҙарҙыҡынын да, Конституцияның 75-се статьяһы менән нығытыласаҡ.
Читайте нас: