Бөгөн Ҡытайҙан Өфөгә осоп килгән юғары температуралы биш пассажир тураһында мәғлүмәт килеп сыҡты. Был турала журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының санитар һаҡлау бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов һөйләне.
Ентекләп тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙа яңы коронавирус ауырыуына шик табылманы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна башында больницаға Ҡытайҙан ҡайтҡан ике кеше температура менән килтерелде. Уларҙа ла коронавирус күҙәтелмәгән.
Өфө аэропортында санитар контроле көсәйтелгән. Бөтә килгән пассажирҙарҙы тепловизор менән тикшерәләр, ә әгәр ҙә кәрәк тапһалар, ентекле тикшеренеү үтер өсөн больницаға ебәрәләр. Әлеге ваҡытта республика территорияһында короновирус менән ауырыуҙың бер осрағы теркәлмәгән.