ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:34

Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе социаль-иҡтисади өлкәлә яңы мөмкинлектәр аса

Кисә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ойошторған “түңәрәк өҫтәлдә” һөйләшеү ил башлығы тәдим иткән ҡануни башланғыстар, конституцияға үҙгәрештәр хаҡында барҙы.

Кисә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ойошторған “түңәрәк өҫтәлдә” һөйләшеү ил башлығы тәдим иткән ҡануни башланғыстар, конституцияға үҙгәрештәр хаҡында барҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Эксперттар йәшәйештең төрлө өлкәләрендә ҡаралған мөмкинлектәрҙе республикала тормош сифатын яҡшыртыу өсөн киңерәк ҡулланыу буйынса фекер алышты. Эксперттар әйтеүенсә, Мөрәжәғәтнамәне ҡануни документтар менән нығытыу ҡаралған, әле барлыҡ тәҡдимдәр иҫәпкә алына.
Йәмәғәт Палатаһы ла тотош ил буйынса фекер алышыуҙар үткәрә, Башҡортостан эксперттары ла үҙ өҫтәмәләрен индерергә ниәтләй. Стратегик документ тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала, халыҡ яңылыҡтарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланһын өсөн аңлатыу эштәре алып барыу шарт тигән фекерҙә белгестәр.
Бигерәк тә социаль тармаҡта яңы, йөкмәтеле программалар күп. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, экология проблемалары төп урынға ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға иғтибар ҙур.
#ВладимирПутин
Читайте нас: