Эттәрҙе кешенең тоғро дуҫы тип йөрөтәләр. Уларҙы әҙәм балаһы ғүмер буйы йорт-тирәһен һаҡлап торһон өсөн тотҡан. Ләкин һуңғы ваҡытта улар кешегә хәүеф менән янаған хайуанға әйләнеп бара.
Әле урамда темеҫкенеп йөрөгән берәҙәк эттәр күбәйҙе. Ҡарап торһаң, бер ниндәй ҙә зыяндары юҡ кеүек. Әммә өйөрөлөп алған эттәр агрессив була. Ауыл ерлегендә инде күптәрҙең эте ишек алдында бәйле тораһы урынға, көнө буйы урам ҡыҙыра. Көн дә тиерлек эттәрҙең һарыҡтарға, улай ғына түгел, хатта кешеләргә лә ташланыуы хаҡында йыш ҡына ишетергә тура килә. Ғөмүмән, берәҙәк, йә хужалы булып та урам араһын ҡыҙырған эттәр мәсьәләһе хәл итеүҙе талап итә.
Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә лә ошо темаға йыш ҡына бәхәс сыға. Ҡайһы берәүҙәр берәҙәк эттәрҙе атып бөтөүҙе талап итә. Сөнки уларҙың бәләкәй балаларға ташланыу осраҡтары ла бар. Иртәнсәк эшкә, йә мәктәпкә китеп барғанда күптәргә өйөр-өйөр йөрөгән эттәр менән осрашырға тура килә. Кемдер бында бер ниндәй ҙә проблема күрмәһә, кемдер уларҙан ныҡ ҡурҡа.
Эттәрҙе атыу-атмау мәсьәләһенә килгәндә, бында күптәр кешеләрҙең тоғро дуҫтарының ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу яҡлы. Сөнки тере йән эйәһен күрәләтә атып йығыу өсөн йөрәкһеҙ булырға кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта уларҙың туҡтауһыҙ үрсеүенә лә юл ҡуйырға ярамай. Әҙәм балаһына ябай ғына нәмәлә лә яуаплылыҡ тойоп өйрәнеү зарур. Уйнап туйып, урамға сығарып ырғытылып, астан-ас урам ҡыҙырыуға дусар ителгән, һөйөү-наҙ күрмәгән эттәр яуызға әйләнеп, башҡалар өсөн хәүеф менән янай башлай.
Таяҡ ике башлы булғандай, эт мәсьәләһе буйынса аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтеп булмай. Ә һеҙ уны нисек хәл итер инегеҙ? Ғөмүмән, эттәрҙән ҡурҡаһығыҙмы? Дуҫмы улар, әллә дошманмы?