ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 11:20

Аварияларҙа 203 кеше һәләк булған

“Юлдарҙағы һәр һәләкәт – ҙур фажиғә. Дәүләт автоинспекторҙарының төп бурысы – граждандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу”, – тине үткән аҙнала Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов журналистар менән осрашыуҙа.

“Юлдарҙағы һәр һәләкәт – ҙур фажиғә. Дәүләт автоинспекторҙарының төп бурысы – граждандарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу”, – тине үткән аҙнала Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов журналистар менән осрашыуҙа.
Мәғлүм булыуынса, былтыр республика юлдарында 4 284 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Аварияларҙа 469 кеше һәләк булған, 5 441-е тән йәрәхәте алған. Шул иҫәптән 1 923 осраҡ бәрелешеүгә тура килә, 1 245 осраҡта йәйәүлеләрҙе төкөтөү сәбәпле 385 автомобиль юлдан сыҡҡан. Аварияларҙың төп сәбәптәре: юл киҫелештәрендә (722) һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрендә (377) ҡағиҙәне боҙоу, автомобилдәр араһында арауыҡты күҙәтмәү (480), ҡаршы һыҙатҡа сығыу (385). Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа күп осраҡта водителдәр үҙҙәре ғәйепле (86,7 процент). Үлемесле аварияларҙың төп сәбәбе – автомобилдәрҙең бәрелешеүе, ошо сәбәпле 203 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Балалар ҡатнашлығында 438 авария теркәлгән, уларҙа 23 йәш гражданыбыҙҙы юғалтҡанбыҙ, шулай уҡ 464-е тән йәрәхәттәре алған.
Шулай ҙа, Динар Ғилметдинов белдереүенсә, былтыр юлдарҙа һәләк булғандар һаны элекке йылдарға ҡарағанда кәмегән. Быға республика етәкселегенең ошо мәсьәләгә иғтибар итеп, уны хәл итеүгә булышлыҡ ҡылыуы ыңғай йоғонто яһай. Ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәү маҡсатында ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, юлдар һалына, төҙөкләндерелә, уларға камералар, билдәләр ҡуйыла.
Фото: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: