ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 11:35

Рәсәй граждандарын эвакуациялауға Хәрби-йыһан көстәре самолеттары йәлеп ителә

Ҡытайҙың Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында килеп сыҡҡан сир бөтә донъяны аяҡҡа баҫтырҙы.

Ҡытайҙың Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында килеп сыҡҡан сир бөтә донъяны аяҡҡа баҫтырҙы.
Ҡытай етәкселегенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 305 кеше уның ҡорбаны булған, 14 меңдән ашыу кеше сирҙе йоҡторған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тағы ла 23 илдә 130 осраҡ теркәлеүен раҫланы, улар араһында Көньяҡ Корея, Япония, Сингапур, Австралия, АҠШ, Канада, Германия һәм Франция бар. Рәсәйҙә иһә әлегә ике осраҡ теркәлгән, улар Ҡытай граждандары.
Был йәһәттән Рәсәй бөтә яҡлап та һаҡланыу сараһын күрә: 1 февралдән Ҡытай менән авиабәйләнеш сикләнде, Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Рәсәй туристар төркөмө менән визаһыҙ килгән Ҡытай граждандарын ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата, ил Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса Рәсәй граждандарын эвакуациялауға Хәрби-йыһан көстәре самолеттары йәлеп ителә. Илселек мәғлүмәттәре буйынса, Хубэй провинцияһынан 130 гражданыбыҙ ҡайтырға әҙер.
Шулай уҡ яңы коронавирус 2019-nCoV Рәсәйҙә тирә-яҡҡа ҡурҡыныс тыуҙырған ауырыуҙар исемлегенә индерелгән. Хәҙер унда бөтәһе 16 ауырыу ҡарай.
Читайте нас: