Һәр йылдың 4 февралендә Бөтә донъя ракка ҡаршы көрәш көнө билдәләп үтелә. Ул “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара берләшмә” тарафынан иғлан ителгән. Уның төп маҡсаты – әлеге ҙур проблемаға йәмғиәттең иғтибарын тартыу, халыҡтың ракка ҡаршы хәбәрҙәр булыуын, уның сәбәптәрен һәм профилактик сараларҙы белеүҙе тәьмин итеү.
Статистика буйынса 43 процент рак ауырыуҙарын тәмәке тартыуҙы ташлау, физик әүҙемлек, витаминдарға бай ризыҡтар ашау, ҡояшта һәм солярийҙа булыуҙы кәметеү ярҙамында булдырмайса ҡалып була.