Новости
4 Февраля 2020, 19:00

К Ү Ҙ Ҙ Ә Р Гөлнур Яҡупова. Аҙағы

Ҡатындың ҡаҡ иҙәндә йән-тәслим булған әсәһендә ҡайғыһы юҡ. Әлфир менән Заһираның ғәзиз балаһын, әҙәм затын, көсөк тип һанап, ахырҙа унан эт яһау – бар көҫәгәне шул. Кайзер тип үлгән эттәренең ҡушаматын да йәбештереп ҡуйҙы. Ә бит малайҙың мулла ҡушҡан исемен дә белә ине: Айнур. Онотолдо Айнур, юҡ ителде, эт ителде...

...Теге хәлдән һуң догтың да, уның хужаларының да көнө бөттө, алама дандары таралды.
– Харап итә яҙҙы баламды! – тип өҙмәне лә ҡуйманы Заһира.
– Хоҙай белеп бала бирмәгән һеҙгә, эткә табынып ултыраһығыҙ! – тип ҡысҡырып ҡалыр булды хәлдең айышына төшөнөп бөтмәгән күрше – күлән, догты эйәртеп сыҡҡан “мамочка”ның артынан...
Ә бер нисә көндән Әлфир ҡәнәғәт төҫ менән ҡайтып инде.
– Ағыу юллап таптым, шуны ашатам ул сволочь эткә, – тине ул ярһынып.
– Булашма, – тип тыйҙы Заһира. – Малдың рәнйеше төшә, ишеткәнем бар.
Иртәгәһенә күрше ҡатындың күккә ҡарап аһ ороуы, ирҙең алама һүгенеүе менән тирә-яҡ тулды. «Кайзер, бәпесем, кайзер!» – тип үкһене ҡатын, эттең ҡушаматы шундай. Тапҡандар... Тоҡомо ла немецтыҡы, исеме лә.
Урам халҡы бошонманы. Кайзерҙан шөрләй башлағайнылар. Дүрт аяҡлы фашист тип кенә торалар ине.
Бесән мәле етте. Эшкә ингән бөтә кеше салғы тотоп, һәнәк-тырма өҫтөрәп әрәмәлектәргә таралды. Ҡасаба ерендә мал тотһаң ғына мандыйһың. Ҡаланан һөт, ҡатыҡ, ит-май һатып килеп алыусы байтаҡ. Поезд туҡтағанда ла әҙ-мәҙ кәсеп итеп өлгөрәләр. Әлфир ҙә, көҙгә тана алып ебәрмәк, сабынлыҡ биләргә китте. Заһира бәпесен имеҙеп әлеге коляскаға һалды, ишек алдында сығарып ҡуйҙы. Ҡояш бешермәһен тип, колясканы аҡ селтәр япма менән ҡапланы. Үҙе, ҡулы бушаған арала картуфҡа тын алырға ирек бирмәгән колорадо ҡуңыҙын сүпләргә, баҡсаға сыҡты.
Бер арый шул мәшхәрҙе биҙрәгә һелккеләп йыйып йөрөгәс, әйләнеп килде. Ҡулын йылымыс һыуҙа оҙаҡ итеп йыуҙы, шулай ерәндергес ул ҡуңыҙҙар, шулай хәшәрәт – әллә нисә ҡат һабынлап ышҡыһаң да, тирегә һеңеп ҡалған еҫе бөтмәгән кеүек. Йыуынғысҡа һыу өҫтәйем тип сүмескә үрелде, уныһы ҡаҙаҡта саҡ эленеп торған әллә, кәлтерләп төшөп китте. Уяна инде, тип бәпесе ятҡан коляскаға ҡараны. Коляска буш?! Селтәре шыуып төшкән...
Ә был мәлдә күрше йортта теге догтың хужабикәһе шәрбәт һыуға йоҡо дарыуы ҡушып тора ине. Һыуҙы шешәгә тултырып, имеҙлек кейҙерҙе лә, карауатта ятҡан балаға бирҙе. Эттәрен көсөк сағында шул имеҙлектән имеҙгәйнеләр. Бала, сарсаған, ахырыһы, шешәне ике ҡуллап тотоп, сәпелдәтеп имә башланы...


Енәйәттең башы Сыңғыҙ Әхәтовичтың, ҡулында булған шаһитнамәләргә таянып, алдан фаразлауына бик яҡын ине. Ә бына артабан ни ҡылғандар – быға бер генә, хатта иң гениаль тәфтишсенең дә, фантазияһы етмәҫтар! Йә йыртҡыс, йә сирле булырға кәрәктер гипотезаң ул йүнәлештә үҫеш алһын өсөн.
Әллә быларҙың, дог хужаларының, психик сире бармы? Әлеге еңңнәйәт эшенән хәбәрҙәр һәр кемдә тыуҙы был һорау. Ҡағиҙә булараҡ, медико-психологик экспертиза үткәрелде. Һап-һау – икеһе лә .
...”Мамочканың” олоғайған әсәһенә күсенеп килделәр. Баланы ныҡ йәшерҙеләр, кеше күҙенә салындырманылар. Әбейҙең өйө бик иҫке ине, шуға ла килеү менән ағас-таш йүнләп, кеше ҡушып, ҙур коттедж һалдыра башланылар. Аҡсаң булһа, оҙаҡмы һуң инде, күп тә үтмәне, аҫтында тәрән кирбес подвалы булған мөһабәт йорт ҡалҡып сыҡты. Ир менән ҡатын әлеге подвалда алмашлап үҙҙәренең ҡара маҡсаттарын бойомға ашырырға тотондо. Шул арала яйын табып, әбейҙе шифаханаға ебәрҙеләр. Аяҡтары һыҙлап яфаланған әбей бик риза булып йөрөп ҡайтты. Берсә ышанды был изгелектәренә, берсә ышанманы. Үҙҙәре лә олоғайып бара, хәлемә инеүҙәре шулдыр, тип уйланы.
Әбейҙе кухняла, аш-һыу тирәһендә булаштырҙылар. Һикһәнгә етһә лә, ҡартлыҡ миңрәүлеге теймәгәйне уға. Хәйер, үҙенең ниндәйҙер сәйер хәлгә тарыуын миңрәү ҙә тойор ине. «Ниндәй бала? Кем сабыйы? Балалыҡҡа алдыҡ, тиҙәр, әтеү ниңә көнгә күрһәтмәй подвалда бикләп аҫрайҙар? ” Әбейҙең мейеһен шундай һорауҙар бырауланы. Кейәүенең дә, уның һыңары – ҡыҙының да ҡаты бәғерле икәнен белә ул. Ҡарт көнөндә анау ҡасабаларында бергә йәшәтһәләр була ине ләһә, ошонда нисәмә ҡыш иҫке, йылы тотмаған өйҙә япа-яңғыҙ ҡышланы. Шуларҙы иҫенә төшөрһә, өндәшер еренән өндәшмәй ҙә ҡуя: әле шөкөр бит, йорт яңы, йылы, ризыҡ мул, яныңда тере йәндәр бар.
Ләкин бер көндө ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы әбей. Кейәүе ҡалаға киткән, ҡыҙы серем итергә ятып торған арала подвалға төштө. Тәүләп төштө. Ике ишек күҙенә салынды. Береһен асты – ташкүмер бүлмәһе икән, оло ауыҙлы мейес тора, шуны яғып йылыталар инде йортто. Стенаға көрәк, һоҫҡо, тәртешкә һөйәп ҡуйылған. Мейескә яға башланылар, ноябрь башы бит инде. Яңыраҡ берәү, ҡарасман ғына башҡорт ирекәйе, Мәҡсүт ине шикелле исеме, ташкүмер килтереп китте... Икенсе ишеккә йоҙаҡ аҫылғайны. Алдаҡ ҡына түгел, ысынлап бикләнгән, асҡыс менән бороп. Ғәҙәт иткәнсә, ишек башын үрелеп һәрмәне. Әһә, асҡыс шунда икән. Әллә ҡулындағы асҡыстың һалҡын тимере шулай тәьҫир итте, ҡапыл боҙ төштө әбейҙең йөрәгенә: ҡолағына сабыйҙың сеңләп илағаны ишетелде.
Асып инде. Дүрт һанына баҫып, ишек төбөндә тиерлек бер тере йән эйәһе тора ине. Әбей менән ул күҙгә-күҙ текләште. Икеһе лә бер-береһен ят итеп, ҡурҡып ҡараны. Әбей иҫен йыйып алды, тирә-яҡты байҡаны: ҙур ғына бүлмә, мөйөштәрәк эт ояһына оҡшаған бер ҡаралты тора, стенала – уймаҡ тәҙрә, тышҡа ҡарай. Ә ҡайҙа теге сабый? Илағандай ине ләһә, ишетте ләһә? Төпкәрәк үтмәксе булды, иҙәндә һуҙылып ятҡан нәмәгә эләгеп йығыла яҙҙы. Тимер сынйыр имеш.
Ярабби! Ярабби!!! – әбейҙең тауышы сыҡманы, уның эсендәге булмышы шулай асырғанып һөрән һалды.
Быуындары бәлйерәп, иҙәнгә тубыҡланды. Теге аңлайышһыҙ йән эйәһе менән уның ҡаршыһында тубыҡланған әбей тағы бер-береһенә текләне. Күҙҙәр... Берәйһе күрһә, уларҙың ҡараштарында бик күп оҡшашлыҡтар табыр ине, моғайын. Сабый һәм ҡарсыҡ. Ярҙамһыҙ, сараһыҙ икәү.
Әбей ҡаршыһындағы йән эйәһен тотоп ҡапшап сыҡты. Тегеһе ҡарышманы, өркмәне. Ярабби! Был анау бала лаһа!? Атларға өйрәнә торған ғына сағында уны кем тығып ҡуйған бынау ҡурҡыныс ҡалыпҡа: сер яланғас көйө, дүрт һанына баҫтырып, турая алмаҫлыҡ итеп?
Ә күҙҙәресе сабыйҙың, түҙеп торғоһоҙ зар эркелгән күҙҙәре... Әбей ҡайыш, ҡаҙаҡ менән ҡоршап, ағастан яһалған ғәләмәт ҡалыпты емерергә уҡталды, бармаҡтарын имгәтеп бөттө – бер ни ҙә ҡыла алманы. Зиһене буталды, рухы ғажиз булды. Тирә-яҡты һөрөм баҫты... Ҡаты итеп төртөүҙән ауыртынып иҫенә килде. Ишек буйы булып ҡыҙы баҫып тора ине. Ҡыҙымы, әллә Ғазраилмы? Юҡ, Ғазраил ул тиклем ҡурҡыныс түгелдер, ни тиһәң дә, фәрештә бит әле – бурыстың ғына ауыры төшкән уға...
Әбей шыуышып барып стенаға һырынды. Йөҙөндә үсле ҡиәфәт ҡатып ҡалған бер ҡатын (юҡ-юҡ – уның ҡыҙы булмаҫ!) сыбыртҡы шартлатты. Баяғы нарасый йән, оҙон сылбырын һөйрәп, эт ояһы яғына тәнтерәкләне. Уның бит турайып баҫҡыһы киләлер – әҙәм балаһы лаһа! Ошо уй әбейҙең былай ҙа бәлтерәгән йөрәген бысаҡ булып телде. Уның һүнеп барған аңына килеп ингән һуңғы күренеш гүйә фоторәсем кеүек үҙгәрмәҫ бер рәүештә ҡатып ҡалды: ҡатын-ҡыҙ килбәтендәге яуыз берәү кескәй йән эйәһенә киҙәнде, яман итеп аҡырҙы: Кайзер, место! Место, Кайзер!..»
Ҡатындың ҡаҡ иҙәндә йән-тәслим булған әсәһендә ҡайғыһы юҡ. Әлфир менән Заһираның ғәзиз балаһын, әҙәм затын, көсөк тип һанап, ахырҙа унан эт яһау – бар көҫәгәне шул. Кайзер тип үлгән эттәренең ҡушаматын да йәбештереп ҡуйҙы. Ә бит малайҙың мулла ҡушҡан исемен дә белә ине: Айнур. Онотолдо Айнур, юҡ ителде, эт ителде...
***
Өс йылдан ашыу әйләндерәләр эткә Айнурҙы, туҙға яҙылмаған, ҡолаҡ ишетмәгән был енәйәтте ҡылған ике вәхшиҙең тәфсирләп һөйләгәндәрен тыңлау Сыңғыҙ Әхәтовичтың ихтыяр көсөнә иң ҙур һынау булғандыр, бәлки. Ул икәүҙе үлтерә һуҡҡыһы килде уның. Закон һағында тороусы вазифалы кеше булмаһа, атып йығыр ине һымаҡ шуларҙы. Сөнки ул күрҙе бит Кайзер ителгән Айнурҙы. Күрҙе бит уның түҙеп торғоһоҙ зарлы күҙҙәрен. Эйе, зар бар ул күҙҙәрҙә һәм улар моңһоҙ ҙа түгел. Тимәк, өмөт бар? Консилиум уҙғарған профессорҙар бик өмөтләндермәне шул. Һөйәктәре утыҡмаған, быуындары ла тал сыбыҡтай әле, уны арт һанына баҫтырырға, турайтырға, ғөмүмән, анатомияһын төҙәтергә мөмкин дә булыр, ә бына психикаһын... Шундайыраҡ фекерҙәләр. Аңлай Сыңғыҙ Әхәтович – иң ауыры зәғифләнгән рухты сәләмәтләндереү, имгәнгән күңелде имләү. Тормош һынауҙарын еңә алмайынса, шарт һынған имәндәй ирҙәрҙең яҙмышы ла әҙ теркәлмәне уның ҡулынан үткән «дело»ларҙа.
Айнурҙы (ул бит – Айнур!) әле ата-әсәһенә күрһәтмәнеләр. Суд та, моғайын, ябыҡ булыр, баланы унда килтермәҫтәр. Фотографиялары менән эш итерҙәр. Бөтә ҡалаға мәғлүм инде был фажиғә, ундай ғибрәтле эштәрҙе, сейфта тотһаң да, барыбер халыҡ белеп ҡала. Уйҙырмалар артыҡ ҡабармаһын өсөн, ысынын гәзиткә яҙырға тура килер. Суд ҡарары булғас инде уныһы...
Сыңғыҙ Әхәтович янына бер хәбәрсе лә килеп урағайны. «Ниндәй сәбәптәр арҡаһында шундай бәғерһеҙгә әйләнгән ул ир менән ҡатын?» – тип төпсөндө. Әйтерһең, ундай һорауға теүәл генә яуап биреп була. Әйтерһең, тәфтишсенең йөрәген игәмәй ул һорау. Игәй, әле һаман, «дело» осланғас та, игәй. Балалары булмаған, шуға күңелдәренә шәфҡәт ояламағанмы? Балалары булыр ине, ҡатын тәүгеһенә аборт яһатҡан, имгәнеп ҡалған. Бәлки, шул аборт булғандыр ҙа ул икәүҙең тәүге енәйәте.
Сыңғыҙ Әхәтович белә, ул икәү үҙҙәрен ғәйепле лә тоймай: «Беҙ кеше үлтермәгән, Кайзерыбыҙ иҫән булһа, нимәгә кәрәк ине беҙгә ул имгәк?” – тиҙәр. Ниндәй генә һирәк тоҡомдан булмаһын, эт башы менән кеше башы тиң була алмай! – аңламайҙар. Әлфирҙең ҡылығы ла әҙәмсә түгел, шул арҡала ғаиләһен ниндәй оло ҡайғыға һалды.
...Телефон шылтыраны. Сыңғыҙ Әхәтович, уйҙарынан арынып, тағы ла тышҡа күҙ һалды. Ҡабаттан ябалаҡлап ҡар яуырға тотонған. Күк һаман да ерҙәге бысраҡты ҡапларға, ағартырға тырыша.
– Дежурһыңмы? – Азаматов гелән шулай киҫәк кенә һөйләшә.
– Түгел.
– Ә, теге «дело» тынғылыҡ бирмәйме?
– Иртәгә прокурорға тапшырам.
– Ҡотолаһың.
– Тиҙ генә ҡотолоп булмаҫ әле...
– Аңлайым. Шулай ҙа башыңдан уны тиҙерәк сығар.
– Практика үткәндә ҡот осҡос енәйәт ҡыланғайны ҡалала, шуны хәтергә төшөрөп ултырҙым.
– Ә-ә, мин дә иҫләйем. Шунан?
– Ул саҡта иң ҡурҡыныс ваҡиға шул булған минең өсөн.
– Иртәгәләрҙә юл айҡан...
Азаматов, ғәҙәтенсә, трубкаһын ҡырт ҡына һалып ҡуйҙы.
Ҡыҙрасов өҫтәлдәге папкаларҙы кире сейфына йәшерҙе. Төйөн төйнәлгән, енәйәт иҫбатланған. Ҡалғаны – суд хөкөмөнә.
Өҫтәленең иң аҫҡы тартмаһын асты. Төптә ятҡан зәңгәр тышлы ҡалын дәфтәрҙең тәүге битен асты. Уҡыны: «Ошонан да яманыраҡ йыртҡыслыҡ юҡтыр?!» Шунан әлеге һүҙҙәр тәңгәлендә аҡайып торған һорау билдәһенә текләне. Бер ҡарарға килергә кәрәк ине уға – һорауға яуап бирергә.
Стенаға уҡмашҡан мейе һәм ҡан, иҙәнгә тәгәрәп төшкән имсәк балаһы, карауат башында эленеп торған һыңар толом... Ҡот осҡос енәйәтте ҡылған атай кеше, ҡулға алынғас, йәтим ҡалған сабыйын, ҡыйралған яҙмышын ҡыҙғаныптыр, йән әсеһе менән үкереп иланы. Араҡы зәһәре, боҙоҡ күңеле, ҡулында шул минутта ҡороулы мылтыҡ булыуы, һөйәркәһе тарафынан кәмһетелгән ирлеге – бөтәһе-бөтәһе бергә ҡушылып, ҡәһәрле бер сәғәт һуғып, уны енәйәткә этәргән. Аңы буталған, ҡоһоро ҡайнаған, һыуынырға әмәле табылмаған. Аҡлап булмай, аңлатып, һәр хәлдә аңлатырға тырышып була уның енәйәтен. Ә Айнурҙы һәләк итеүселәрҙе – аҡлау түгел, аңлау ҙа мөмкин түгел! Уларҙың ҡара ниәттәренән кире сигенергә, тәүбәгә килергә ваҡыттары минуттар менән сикләнмәгән бит. Әсәй һынлы әсәй йән биргәс тә аҡылға килмәгәндәр. Дүрт йылға яҡын, меңдәрсә көн, ап-айныҡ баштан атҡарғандар енәйәттәрен!
Ҡыҙрасов зәңгәр тышлы дәфтәрҙе йәнә ҡулына алды. Теге һорау билдәһе эргәһенә яуап яҙҙы, бер генә һүҙ: «Бар». Яҙғанын дәлилләп, әлеге «дело»ның номерын теркәне.
2013 йыл
Читайте нас