ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 23:38

Һөйөнсө!

Быйылдан Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы эшләй башланы, уның буйынса йылына 3% менән льготалы кредит алырға мөмкин. Башҡортостанда уны 0,1% менән бирәләр. Был хаҡта республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

???? Башҡортостанда йылына 0,1% менән ауыл ипотекаһын бирә башлайҙар.
Быйылдан Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы эшләй башланы, уның буйынса йылына 3% менән льготалы кредит алырға мөмкин. Башҡортостанда уны 0,1% менән бирәләр. Был хаҡта республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
Программала 16 банк ҡатнаша. Ниндәй банктар икәнен әлегә белмәйбеҙ. Белгәс тә яҙырбыҙ)
Ауыл ипотекаһының шарттары бына шундай:
— кредитты ауыл ерендә әҙер торлаҡ, йорт һалыу өсөн ер участкаһы, төҙөлөп бөтмәгән өй, төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин;
— кредиттың максималь суммаһы - 3 миллион һум;
— беренсе взнос 10% кәм булмаҫҡа тейеш;
— ауыл ипотекаһын бер тапҡыр ғына алырға була;
— кредиттың ваҡыты - 25 йылға тиклем.
Читайте нас: