ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2020, 11:50

Путин Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата түләүҙәр тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ветерандары, һәләк булғандарының тол ҡатындары һәм ирҙәр 75 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие аласаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ветерандары, һәләк булғандарының тол ҡатындары һәм ирҙәр 75 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие аласаҡ.
Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, 75 мең һумлыҡ түләү Икенсе донъя һуғышы осоронда концлагерҙар һәм фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан булдырылған башҡа сикләү урындарының бәлиғ булмаған тотҡондарына, Бөйөк Ватан һуғышында, Финляндия һәм Япония менән һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындары һәм ирҙәренә, шулай уҡ һуғыштан һуң вафат булыусыларҙың икенсе яртыларына тапшырыла.
Нацист концлагерҙары һәм төрмәләренең бәлиғ булған тотҡондары 50 мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Дәүләт башлығы Хөкүмәткә түләүҙәрҙе апрель-май айҙарында тамамларға ҡушҡан.
Читайте нас: