ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 11:25

Әҙерлекле кадрҙар кәрәк

Табиптарҙың дауалай белмәүе арҡаһында йыл һайын 70 мең пациенттың сәләмәтлегенә зыян килтерелә, тип белдерҙе Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко медицина һәм фармацевтика вуздары ректорҙары советы ултырышында.

Табиптарҙың дауалай белмәүе арҡаһында йыл һайын 70 мең пациенттың сәләмәтлегенә зыян килтерелә, тип белдерҙе Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко медицина һәм фармацевтика вуздары ректорҙары советы ултырышында.
Мурашко лидокаинды һаҡһыҙ ҡулланыуҙан ғына йылына уртаса 25 кеше һәләк булыуы хаҡында миҫалдар килтерҙе. Хатта каталкаларҙы дөрөҫ файҙалана белмәү һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һәләк булған йәки имгәнгән осраҡтар етерлек, тип белдерҙе етәксе. Медицина персоналының әҙерлекһеҙ булғанын иҫбатлаған видеояҙмала табиптар бригадаһының яңы тыуған сабыйға реанимация сараларын үткәргәндәге наҙанлығы тураһында ла телгә алынды.
Михаил Мурашко әйтеүенсә, клиникаларҙы табиптар менән тулыһынса тәьмин итеү - әлегә хәл ителмәгән киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Улай ғына түгел, ҡатмарлыҡтар “юғарынан” башлана, хатта тейешле белемгә эйә булған баш табиптар ҙа етешмәй. Кадрҙар әҙерләү тураһында һүҙ сыҡҡас, министр студенттарҙы һөнәри күнекмәләргә генә өйрәтеүҙең етмәгәнен билдәләне. Ә пациенттар менән мөғәмәлә итеү, аралашыу икенсе планға күсә, һөҙөмтәлә табиптар ауырыу менән коммуникацияға бөтөнләй һәләтһеҙ булып сыға.
Министр ректорҙарҙан был “аҡ тап”тарҙы бөтөрөүҙе талап итте. Шул иҫәптән, дарыуҙарҙы һаҡсыл, хәүефһеҙ тотоноу күнекмәләренә өйрәтеүҙе бурыс итеп билдәләне. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының айырылғыһыҙ өлөштәре булып тора.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас: