Балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткәрелгән «Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында...» исемле яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсын ойоштороу тураһында положение.
2020 йыл Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылы, Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителеүе сиктәрендә, 21февраль – Туған телдәр көнөнә арнап, тыуған илгә һөйөү-ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, балаларҙың һөйләү телмәренә, фекерләү ҡеүәһе үҫешенә булышлыҡ итеү, кескәйҙәр күңелендә һүҙ сәнғәтенә, әҙәбиәткә, шиғриәткә ыңғай эмоциональ ҡараш булдырыу маҡсатында, «Ейәнсура таңдары» гәзите Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге менән берлектә 21 февраль көнө балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Йөрәк һүҙем еңеү хаҡында...» исемле яттан шиғыр һөйләүселәр район конкурсын үткәрә.
Дөйөм шарттар
1. Конкурста ҡатнашыусылар:
-балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр
-башланғыс класс уҡыусылары
-өҫтәлмә белем биреү тәрбиәләнеүселәре
Һәр категория буйынса 1,2,3 урындар бирелә һәм түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнәсәк:
“Иң үҙенсәлекле башҡарыусы”
-сәхнә оҫталығын яҡшы үҙләштереү
-һайлаған шиғырҙың конкурс шарттарына, темаһына тап килеүе
«Ейәнсура таңдары» гәзите һәм Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге
Үткәреү ваҡыты һәм урыны:
21 февраль 2020 йыл,10.00.
Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә. (МБУ ДО ЦРТДЮ).
Бәйләнеш өсөн телефондар:
Ҡатнашыу тураһында заявканы мотлаҡ 18 февралгә тиклем [email protected] адресына ебәреү һорала. Репертуар (автор, шиғырҙың исеме) |
ОУ(ДОУ) етәксеһенең ФИО һәм ҡултамғаһы, печать
Үҙегеҙ менән заявканың оригиналын һәм папкаға һалынған шиғырҙың тексын (формат A4, шрифт – Times NewRoman, кегль 14, интервал одинарный) алып килеү мотлаҡ.