Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус миҙал Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылды һәм беренселәрҙән булып уны республика етәксеһе ҡулынан 10 яугир алды. Был хаҡта
Башҡортостан ДТРК-һы хәбәр итте.