2024 йылға тиклем «Мәҙәниәт» милли һәм төбәк проекттары сиктәрендә Башҡортостанға 10 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был турала ведомствоның киңәйтелгән ултырышында билдәләнде, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала милли проекттың барлыҡ бурыстары ла үтәлгән. «Мәҙәни мөхит», «Ижад кешеләре», «Һанлы мәҙәниәт» төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ғына 884 миллион һум аҡса тотонолған. Шулай уҡ алдағы биш йылда 85 мәҙәни объект буйынса яңы төҙөлөш, йә капиталь ремонт планлаштырылған. Осрашыу сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Төбәктең мәҙәниәт министрлығы күләмле юбилей даталары уңайынан мәҙәни саралар планы менән дә таныштырҙы.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев: “2019 йыл республиканың 100 йыллығы булды, ошо уңайҙан беҙмуниципалитеттар араһында «Тарих биттәре» тип исемләнгән ҙур марафон уҙғарҙыҡ. Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл булды. Быйыл Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл, Мәжит Ғафуриға – 140 йыл. Шулай уҡ Нестеров музейының юбилейы була, ҙур күләмле саралар көтөлә”, – тине.
Быйыл Башҡортостан 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһын да ҡабул итә. Киңәйтелгән ултырышта күләмле сараға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләһе ҡаралды. Халыҡ-ара фестиваль 18 июлдән алып 1 августҡа тиклем үтә. Уның сиктәрендә Өфөлә милли кейемдәр парадын уҙғарыу ҡаралған. Ике аҙна дауамында «Торатау» конгресс-холлы янындағы амфитеатрҙа «Фольклориада йөрәге» тип исемләнгән мәҙәни майҙансыҡ эшләйәсәк. Сит ил коллективтарының сығышы көтөлә. Мәҙәни саралар баш ҡаланан тыш, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла үтә. «Этно-көн»дә ҡунаҡтар өсөн төрлө экскурсиялар ойошторола.
Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса дирекция етәксеһе, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, беҙҙең Фольклориадала 79 ил ҡатнаша, уны республиканың һәр бер районы һәм ҡалаһы ҡабул итә. Республика ун фестиваль округҡа бүленгән, һәр район-ҡалаға 4 илдән 11 илдән килгән ҡунаҡтар юлланасаҡ.