Йәй етһә, себен-серәкәй менән Себерҙәр аптырата, тиеүселәр быйыл ни тиер икән? Сөнки...
Рәсәйҙәге аномаль йылы ҡыш серәкәйҙәрҙең юғалуына килтерергә мөмкин, тип хәбәр итә Рәсәй Фәндәр академияһының һыу проблемалары институты директоры Виктор Данилов-Данильян.
Уның белдереүенсә, йылы көн торошо һөҙөмтәһендә бөжәктәр уяна һәм үҙҙәрен-үҙҙәре туйындыра алмай. Серәкәйҙәрҙең ҡурсаҡтарын иһә балыҡтар ашай. Көндәр йылы торғас, йылғалар ҙа туңмай.