ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 11:20

Милли проекттар – иғтибар үҙәгендә

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды, тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы. Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Былтыр төбәктә ҙур социаль объекттар, 28 фельдшер-акушер пункты һәм 2 балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылған. Әммә 11 маҡсатлы күрһәткес буйынса артта ҡалыу күҙәтелә.
Шуларҙың бишәүһе – бөтөнләй ҡыҙыл зонала. Улар – тыуым, яңы тыуған сабыйҙар үлеме, баш мейеһенең ҡан әйләнеше, тауар һәм энергетика булмаған продукция оҙатыу, торлаҡ төҙөлөшө. Уҙған йылда республикала 21 мәктәп, 3 мең 200-ҙән ашыу урынлыҡ балалар баҡсаһы, 1 бассейн сафҡа ингән. Башҡортостан Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡсаның 26 миллиард һумдан ашыуын үҙләштергән. Быйыл төбәккә был маҡсатта 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Ултырышта бөтә маҡсатлы күрһәткестәр буйынса тик яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү бурысы ҡуйылды.2020 йылда 3 мең 800-ҙән ашыу урынлыҡ 24 балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.
Шулай уҡ, 12 районда ГТО нормалары өсөн спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу көтөлә. Быйыл Башҡортостанда 55 уҡытыусы бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аласаҡ. Улар 50 меңгә тиклем халҡы булған ауылдарға һәм ҡалаларға эшкә ҡайтҡан. Башҡортостанда халыҡ һаны кәмей, был күренеш дөйөм Рәсәйгә хас. Быға тыуымдың аҙайыуы һәм үлемдең артыуы сәбәпсе. Һәр йәһәттән республика етәкселеге быйылдан демография, сабыйҙар үлеме, сәләмәтлекте нығытыу мәсьәләһенә ныҡлап тотона. Уҙған йылда ғына ололарҙы медицина учреждениеларына алып барыу өсөн 22 техника һатып алынған. Республикала халыҡтың килеме лә кәмегән.
Ултырышта билдәләнеүенсә, был хеҙмәт хаҡтарының аҙайыуына бәйле түгел. Ә төрлө түләүҙәрҙең һәм иғәнәләрҙең артыуы сәбәбе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицинаға айырым иғтибар бүлә. Уҙған йылда тармаҡҡа 5 миллиард 200 миллион һум аҡса бүленгән, уның яртыһынан күбеһе төбәк ҡаҙнаһынан. 148 дефицитлы табип һәм ауылға ҡайтҡан 158 медицина белгесе 1-шәр миллион һум алған. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға мөһим иғтибар бүлде. Улар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың сентябрь Указында ла айырым сағылған. Сөнки, тап Милли проекттар халыҡтың сәләмәтлеген, илдең киләсәген билдәләй.
Читайте нас: