ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 14:00

Социаль пенсия арта. 1 апрелдән

1 апрель - Көлкө көнө. Әммә был шаяртыу түгел: ошо көндә пенсионерҙарҙы һәйбәт сюрприз көтә – уларҙың пенсияһы артасаҡ.

Көлкө көнөндә пенсионерҙарҙы һәйбәт сюрприз көтә – уларҙың пенсияһы артасаҡ.
Һүҙ социаль пенсия тураһында бара. Хеҙмәт министры Антон Котяков белдереүенсә, бындай төр пенсия күләме 6,1 процентҡа артасаҡ. “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, социаль пенсия алыусылар Рәсәйҙә 3,2 миллион кеше тәшкил итә. Бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың, блокадала йәшәгәндәрҙең, техноген һәм радиация катастрофаларында зыян күргәндәрҙең пенсияһы ла артырға тейеш. Был индексация өсөн 2,41 миллиард һум талап ителәсәк.
Фото: zen.yandex.tm.
Читайте нас: