ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2020, 13:55

Бөтә донъя фольклориадаһы символына конкурс бара

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһының ошо халыҡ-ара ваҡиғаның ҙурлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырған иң яҡшы символына конкурс иғлан ителде. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

#фольклориада_2020
Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһының ошо халыҡ-ара ваҡиғаның ҙурлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырған иң яҡшы символына конкурс иғлан ителде, тип хәбәр итте “Башинформ” агентлығы. Ул CIOFF®2020 символикаһы менән бер рәттән ҡулланыла. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
«Футбол буйынса донъя чемпионатындағы бүре-Забиваканы хәтерләйһегеҙме? Үҙебеҙҙең сағыу һәм үҙенсәлекле геройыбыҙ булһын. Уны донъяның төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтар оҙаҡҡа иҫендә ҡалдырыр һәм сувенир итеп өйҙәренә алып ҡайтыр. Был — бик яуаплы бурыс, сөнки ошо символ Башҡортостан менән ассоциация тыуҙырырырға тейеш», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Еңеүсене 18 июлдә Өфөгә VI бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡыралар.
Конкурста ҡатнашыу географияһы сикләнмәгән, ләкин беҙҙең авторҙарҙан ғаризалар күберәк булһын ине, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.
Эштәр [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Был ҙур сара 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем уҙасаҡ. Рәсәй тәүге тапҡыр Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә, уның барышында республикаға 80-дән ашыу илдән өс меңдән артыҡ артист киләсәк, байрам республика ҡала һәм райондарының 72 майҙансығында барасаҡ.
Читайте нас: