Өлкәндәр яҡшы хәтерләйҙер әле: 1999 йылдың 31 декабрен. Эйе, Борис Ельциндың вазифаһынан китеү тураһындағы хәбәрҙе иғлан итеүен. Төнгө 12-лә түгел, ә көндөҙгө сәғәттәрҙә тапшырыуҙарҙы өҙөп, “тура эфир”ға сығып, отставкаға китеүен белдергәйне...
Ошолай башланды беҙҙең Владимир Путин менән юлыбыҙ. 2000 йылдың 26 мартында Президент итеп һайланыҡ. Тәүге турҙа уҡ, 52,94 процент тауыш йыйып, еңеү яулағайны ул. 7 майҙа вазифаһында рәсми эшләй башлағайны. Ай-һай, ваҡыт тиҙ үтә икән. Быйыл был ваҡиғаларға 20 йыл да тула. Үҙенә күрә юбилей. Владимир Владимировичһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтерә алабыҙмы? Тик ваҡыт аяуһыҙ ҙа ул. Бер нисә йылдан мөҙҙәте тағы бөтә. Был юлы хушлашырбыҙ кеүек... Әлеге 20 йыллыҡ юбилей уңайынан ТАСС агентлығы “Владимир Путинға 20 һорау” проектын башлап ебәрҙе. Эксклюзив интервьюны ошо көндәрҙә интернетта әҙ-әҙләп ҡарап барһаҡ, тулы фильм 26 мартта күрһәтелә.
Әле өс серия тамашасы хөкөмөнә сыҡты. Тәүге икәүһе РФ-тың яңыртылған хөкүмәтенә, Украина көрсөгөнә бәйле һорауҙар менән булһа, өсөнсөһө Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған милли проекттар тураһында ине.
ТАСС журналисы Андрей Ванденко тәүге һорауҙы уҡ, классика, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө, тигән һүҙҙәр менән башланы. Төрттөрҙө, ахыры. Йәнәһе, милли проекттар беҙҙә бер тапҡыр тормошҡа ашырыла биреп ҡуйғайны инде...
Хәйер, баҡһаң, Президент үҙе, йыл һөҙөмтәләре улай уҡ ыңғай түгел, тигән кеүек һүҙҙәр әйткән.
- Мин улай тимәнем, – тип аҡланғандай итте Путин. – Үҙем бармағымды һәр саҡ – пульста, ә бурысты үтәүселәр көсөргәнештә тоторға тейеш. Яуаплылыҡ тойһондар өсөн. Минең эш тәжрибәм күрһәтеүенсә, шул көсөргәнешлекте ысҡындырһам, халыҡ еңел һулай, сөнки мин әйттем. Эйе, ысынлап та барыһы ла эшләнеп бөтмәне. 38 бурыстан 26-һы ғына үтәлде. Кеше үҙендә тойорға тейеш. Бына авария хәлендәге торлаҡтан күсереү. Беҙ планлаштырылғандан артыҡ эшләнек. Ғүмер оҙонлоғон арттырыу бурысы бар. Ул күрһәткес күтәрелә лә. Үлем кимәле төшә. Ул да – аныҡ факт...
"Владимир Путинға 20 һорау" проекты бик ҡыҙыҡ күренә. Ҡарап барығыҙ.