Башҡортостанда пациенттарҙың 4,5 миллион электрон карталарын берләштергән Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы булдырылды. Был хаҡта
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә белдереүенсә, берҙәм медицина документтары базаһы төрлө медицина ойошмалары табиптарына электрон төрҙә мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге бирә. Алдағы йылдарҙа республика халҡына электрон хеҙмәттәр һәм сервистар күрһәткән Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Минең сәләмәтлегем» бүлегенең, шулай уҡ шәхси медицина документтарына инеү мөмкинлектәрен киңәйтеү күҙаллана.