2019 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағына элекке йылдар менән сағыштырғанда 10 миллиард һумға күберәк аҡса йүнәлтелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Кисә Өфөлә республиканың Финанс министрлығы йыл йомғаҡтарын барлап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Дөйөм алғанда, былтыр республиканың тупланма бюджетына 240 миллирад һум килем ингән.
Милли проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуы йоғонто яһамай ҡалмай. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың артыуы һөҙөмтәһендә төбәк ҡаҙнаһы һалым аҡсалары менән тулыланған. Алдағы өс йылға ҡаралған һуңғы бюджет вариантына яҡын арала ҡул ҡуйыласаҡ.