Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйтеү тураһында федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем Дәүләт Думаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, программа 2026 йыл аҙағына ҡәҙәр оҙайтыла һәм түләмдәр йыл һайын индексацияланасаҡ.
Аҡса быйыл 1 ғинуарҙан беренсе бала тыуған йәки уллыҡҡа алынған ғаиләләргә түләнә. Түләмдең күләме – 466 617 һум. Икенсе һәм унан һуңғы һәр бала өсөн 616 617 һум түләнә. Быларҙан тыш, әсәлек капиталын юллау ваҡыты биш көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Түләмде бер ай эсендә алырға мөмкин буласаҡ.