Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 4 мартта ҡала Советы ултырышында йыйылыусыларға Өфөнөң 450 йыллығы яҡынлашып килеүен хәтергә төшөрҙө. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйыу буйынса ил президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй, тип хәбәр итә
«Башинформ» агентлығы.