С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Салауат ҡалаһында уҙған йәш музыканттарҙың “Ҡышҡы фантазия – 2020” төбәк бәйгеһенән еңеүҙәр менән ҡайтты. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап Камил Рахманғолов, Рәфил Ғафаров, Рушан Сәйфуллин, ансамблдәр номинацияһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Уларҙы бәйгегә етәкселәре Илгиз Ваһапов әҙерләгән.
Шулай уҡ, 1-се дәрәжә диплом алған Анастасия Тимофеева и Карина Юланова (етәкселәре Гөлнур Хәсәнова); уҡытыусы – уҡыусы категорияһында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған Андрей Устинов, Рәзил Күҙәшев, Ленар Сәлихов; тынлы инструменттар категорияһында 2-се дәрәжә диплом яулаған С. Абдуллин исемендәге оркестрҙы (солист Рината Бикбаева, етәкселәре Андрей Устинов) ҙур еңеүҙәре менән тәбрикләйбеҙ.
Киләсәктә лә уңыштар йылмайһын йәш музыканттарға!