30 машина бәрелешкән юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләргә ярҙам иткән ашығыс ярҙам фельдшерына Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеме бирелде
24 февралдә буран ваҡытында М-5 трассаһында 30 машина бәрелешкән. Был мәлдә Рәзидә үҙенең ире - ашығыс ярҙам водителе Дамир менән сираттағы саҡырыуҙан ҡайтып килгән. Юл фажиғәһен күреп ҡалған Рәзидә, автомобилдәр янына килеп, берәйһенә ярҙам кәрәкмәйме тип һораша башлаған. Бәхеткә күрә, был көндә бер кем дә зыян күрмәгән, балалар ғына ныҡ ҡурҡҡан.
— Беҙҙең эшебеҙ - кешеләрҙе ҡотҡарыу! Мин инструкция буйынса эш итттем, медицина белеменә эйә булған кеше тап шулай эшләргә тейеш.
5 мартта тантаналы кисәлә Радий Хәбиров Дим ярҙамсы станцияһы фельдшеры Рәзидә Абдееваны тәбрикләне һәм уға маҡтаулы исем тапшырҙы.